Башҡортостанда 85 студент һәм аспирант республика башлығы стипендияһына лайыҡ булды
Башҡортостанда 85 студент һәм аспирант республика башлығы стипендияһына лайыҡ булды Ғилемгә ынтылыш, тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирә. Республика юғары уҡыу йорттарынан 85 студент һәм аспирант йыл дауамында Башҡортостан башлығы стипендияһы аласаҡ. Радий Хәбиров йәштәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ сара сиктәрендә төбәктең арҙаҡлы шәхестәре исемендәге стипендияларҙы алыусылар ҙа тәбрикләнде.