Өфөлә Гәлсәр Байғусҡарованың яңы клибы донъя күрергә әҙерләнә
Өфөлә Гәлсәр Байғусҡарованың яңы клибы донъя күрергә әҙерләнә Быуындар күсәгилешлеге һаҡланған музыкаль контент. Өфөлә автор-башҡарыусы Гәлсәр Байғусҡарованың Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында төшөрөлгән яңы клибы әҙерләнә. Әлеге ваҡытта ижади проект өҫтөндә эш тулыһынса тиерлек тамамланған. Композиция ил сигендәге яугирҙарға, уларҙы өйҙә көткән яҡындарына арнала.