Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын етәкләйәсәк
Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын етәкләйәсәк Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын генерал-майор Роман Плотников етәкләйәсәк. Был туралағы Указға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Республика башлығы Радий Хәбиров Роман Плотниковты яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, Башҡортостанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрендә идаралыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырылыуын билдәләне.