«Молодежная газета» журналисы Рәмзиә Ғәбитова Мәскәүҙә халыҡ-ара журнал исем туйында ҡа...
«Молодежная газета» журналисы Рәмзиә Ғәбитова Мәскәүҙә халыҡ-ара журнал исем туйында ҡатнашты «Молодежная газета» журналисы Рәмзиә Ғәбитова Мәскәүҙең Достоевский йортонда «Халыҡ-ара диалог» журналының яңы һанының исем туйында ҡатнашты. Был баҫмаға яҡташыбыҙ үҙенсәлекле Петербург рәссамы Игорь Майоровҡа арналған мәҡәләһен әҙерләгән. Йәшләй донъя ҡуйған рәссамды ваҡытында Башҡортостан менән тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләй.