Баш ҡалала көҙгө таҙалыҡ айлығы сиктәрендә тәүге шәмбе өмәләре үтте
Баш ҡалала көҙгө таҙалыҡ айлығы сиктәрендә тәүге шәмбе өмәләре үтте Өфө халҡы, хакимиәт вәкилдәре, предприятие һәм сауҙа нөктәләре хеҙмәктәрҙәре Аксаков урамын сүп-сарҙан, ҡойолған ағас япраҡтарынан таҙартты. Экологик сара ҡаланы ҡышҡа әҙерләү, тирә-яҡты тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Өмәгә ҡушылыусылаҙың күбеһе өсөн был ҡалаға ярҙам итеү генә түгел, ә гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү, тарихи үҙәк тураһында хәстәрлек күреү.