Башҡортостан Бөтә Рәсәй спорт диктантында ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса алдынғы урынға сыҡты
Башҡортостан Бөтә Рәсәй спорт диктантында ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса алдынғы урынға сыҡты Акцияға 40 меңдән ашыу кеше ҡушылған. Республика район-ҡалаларында барлығы 90 майҙансыҡ эшләне. Билдәле спортсылар, тренерҙар һәм спорт ветерандары менән бергә диктантты һәр кем яҙа алды, Стәрлетамаҡтағы балалар баҡсаһы ла мәғариф сараһында әүҙем ҡатнашты.