Өфөлә «Һалдат» күлендә ҡышҡы йөҙөү миҙгеле асылды
Өфөлә «Һалдат» күлендә ҡышҡы йөҙөү миҙгеле асылды Өфөлә ҡышҡы йөҙөү миҙгеленә старт бирелде. Беренсе йөҙөү Якутов исемендәге парктың «Һалдат» күлендә үтте. Иң тәүҙә «морж»дар сафына баҫыусылар өсөн хәүефһеҙлек техникаһы һәм һыуға дөрөҫ инеү буйынса инструктаж үткәрелде. Күптәр өсөн ҡышҡы йөҙөү һәүәҫкәр мауығыуҙан спорт-һауыҡтырыу хәрәкәтенә әүерелгән.