Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы Бөгөн Рәсәйҙә уҡытыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров педагогтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы. «Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, һеҙ республиканың һәм илдең терәге. Йәш быуынға белем биреүҙән тыш, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәһегеҙ. Ысын патриоттар тәрбиәләйһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә тәрән ихтирамымды белдерәм. Шулай уҡ уҡытыусылар үҙ белемен беҙгә лә тапшырҙы. Шуға күрә республиканың бурысы-педагогтар хаҡында хәстәрлек күреү, һөнәрҙең абруйын күтәреү», тигән Башҡортостан башлығы.