Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте
Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте Көҙҙөң иң сағыу мәҙәни ваҡиғаһы. Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте. Бөйөк эпос буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса бойомға ашырылған. Спектакль боронғо зирәклек менән заман тамашасыһы араһындағы күперҙе сағылдыра. Актерҙарҙың маҡсаты-меңәр йылдар элек бирелгән һорауҙарҙың бөгөн дә көнүҙәк яңғырауын күрһәтеү. Был изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, юғары маҡсат өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм батырлыҡ өлгөһө.