Республикала «Нелегал-2026» федераль комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы дауам итә
Республикала «Нелегал-2026» федераль комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы дауам итә Хоҡуҡ һаҡсылары миграция ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса маҡсатлы саралар үткәрә. Операцияның тәүге аҙнаһында миграция тәртибен боҙған өсөн сит ил граждандарына ҡарата 28 административ протокол төҙөлгән. Йыл башынан ике йөҙҙән ашыу сит ил гражданы Рәсәйҙә булыу ваҡытын боҙған. Был факттарҙы 2025 йылдың ноябрендә эшләй башлаған Өфө аэропортының миграция контроле пункты тәртип һаҡсылары теркәгән. Ҡануниәтте боҙған өсөн сит ил граждандарына ике меңдән алып 40 мең һумға тиклем штраф янай.