Республика журналистары Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалды
Республика журналистары Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалды Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Әхмәт улы 1896 йылдың 9 октябрендә донъяға килгән. Быйыл уның тыуыуына 130 йыл билдәләнә. Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йәшендә вафат булған, әммә ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырырға өлгөргән.