Башҡортостанда иҫкәртеү системаһын тикшереү барышында сиреналар яңғыраны
Башҡортостанда иҫкәртеү системаһын тикшереү барышында сиреналар яңғыраны Бөгөн Рәсәйҙең бар субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда сиреналар яңғыраны. Иҫкәртеү системалары планға ярашлы тикшерелде һәм ул өс минутҡа тиклем дауам итте. Хәбәр итеү системаһын тикшереү йылына ике тапҡыр, март һәм октябрҙә үткәрелә. Бер үк ваҡытта иҫкәртеү сараһы халыҡҡа телевидение һәм радио аша еткерелде. Белгестәр аңлатыуынса, комплекслы тикшереү ҡорамалдарҙың төҙөклөгөн һәм иҫкәртеүҙәрҙең халыҡҡа барып етеүен раҫлауҙы күҙ уңында тота.