Республикала юл хәрәкәтен боҙоуҙы теркәүсе 80 күсмә һәм мобиль комплекстар ҡуйылған
Республикала юл хәрәкәтен боҙоуҙы теркәүсе 80 күсмә һәм мобиль комплекстар ҡуйылған Улар тиҙлекте арттырыу, рулдә барғанда кеҫә телефонынан һөйләшеү, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәү осрағын теркәй. М-5 трассаһының Өфө районы участкаһында көн һайын юл ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле йөҙҙән ашыу осраҡ теркәлә. Улар махсус канал буйынса Эске эштәр министрлығына ебәрелә һәм эшкәртелә.