Ринат Иҙекәев Ҡытайҙа үткән «Дуға кубогы — 2026» чемпионатында еңде
Ринат Иҙекәев Ҡытайҙа үткән «Дуға кубогы — 2026» чемпионатында еңде Башҡортостандан иретеп-йәбештереүсе Ринат Иҙекәев Ҡытайҙа үткән «Дуға кубогы -2026» халыҡ-ара чемпионатында еңеү яулаған. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Яҡташыбыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составына «Һөнәр оҫтаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын яулағандан һуң ингән. Билдәләүенсә, иретеп-йәбештереүселәр республикала ихтыяж ҙур булған белгестәрҙең береһе-бөгөн вакансиялар банкында был һөнәр эйәләре өсөн меңдән ашыу тәҡдим теркәлгән.