Өфөлә Суд приставы көнөнә арналған тантаналы сара үтте
Өфөлә Суд приставы көнөнә арналған тантаналы сара үтте Өфөлә Суд приставы көнө һәм Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуға 161 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Сәхнәлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре сығыш яһаны. Граждандарҙың хоҡуҡтарын, дәүләт мәнфәғәтен яҡлау буйынса яуаплы эшкә юғары баһа бирелде.