«ЭтноЭнергия» конкурсы төрлө милләт студенттарын бер сәхнәгә йыйҙы
«ЭтноЭнергия» конкурсы төрлө милләт студенттарын бер сәхнәгә йыйҙы Студент йәштәрҙән «ЭтноЭнергия». Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның төбәк бүлексәһе төрлө милләт йәштәрен бер сәхнәгә йыйҙы. Башҡортостан студенттарының сағыу сығыштары тамашасыларға күңел байрамын бүләк итте. «ЭтноЭнергия» милли мәҙәниәттәр асыҡ конкурсы халыҡтар берҙәмлеге көнөнә йәштәрҙән сағыу бүләк булды. Һәр сығыш төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәт донъяһына бәләкәй генә сәйәхәтте хәтерләтте.