Өфөлә нәҫел сирҙәрен асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса ғилми конференция үтте
Өфөлә нәҫел сирҙәрен асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса ғилми конференция үтте Сәләмәт киләсәк һағында. Республика медик-генетика үҙәге 55 йыллығын билдәләй. Иҫтәлекле дата айҡанлы Өфөлә илдең билдәле генетиктары ҡатнашлығындағы ғилми-ғәмәли конференция үтте. Мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар нәҫел сирҙәрен асыҡлау, иҫкәртеү буйынса фекер алышты, уңышлы эш алымдары менән уртаҡлашты. Бер кабинеттан башланып тотош ил кимәлендә билдәлелек яулаған Республика медик-генетика үҙәге тураһында репортаж.