Григорий Панин һаҡсылар араһында уйындар һаны буйынса КХЛ рекордын ҡуйҙы
Григорий Панин һаҡсылар араһында уйындар һаны буйынса КХЛ рекордын ҡуйҙы «Аҡ барс» менән осрашыу уның өсөн 1002-се булды. Хоккейсы «Салауат Юлаев» клубы составында 10-сы миҙгел сығыш яһай. Йәшел дерби алдынан КХЛ президенты Алексей Морозов һаҡсыға лигала 1000 осрашыу үткәргән өсөн иҫтәлекле миҙал, ә клуб етәксеһе Ринат Бәширов алтын сәкән бүләк итте. Григорий Панин менән бергә боҙға уның яҡын туғандары сыҡты. Матчтан һуң Радий Хәбиров һаҡсыны тарихи ваҡиға менән ҡотлап, Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. «Ысын капитан, ул үҙенә оҡшарға теләгән меңдәрсә малайға өлгө күрһәтә», тине Башҡортостан башлығы.