Стәрлетамаҡ сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйсән Кәримованы хөрмәтләнеләр
Стәрлетамаҡ сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйсән Кәримованы хөрмәтләнеләр Халыҡ артисына ике «5». Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә Ләйсән Кәримова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Ләйсән Ғәбделбарый ҡыҙы ғүмеренең матур миҙгелен яҡындары, коллегалары, яратҡан тамашасыһы менән бергә ҡаршыланы. Сағыу гөлләмәләр, иң изге теләктәр, йылы һүҙҙәр-барыһы ла юбилярға бағышланды. Ләйсән Кәримоваға Башҡортостан башлығының ҡотлау хаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы тапшырылды.