Белорус ҡунаҡтары Өфөлә тарихи хәтергә арналған «Һәр өсөнсө» проектын тәҡдим итте
Белорус ҡунаҡтары Өфөлә тарихи хәтергә арналған «Һәр өсөнсө» проектын тәҡдим итте Белорустар-Өфөлә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына һәм ҡорбандарына арналған проект тәҡдим ителде. «Һәр өсөнсө» тип исемләнгән концерт-реквиемдың тәүмаҡсаты-тарихи дөрөҫлөктө һәм хәтерҙе һаҡлау. Күләмле проект театр, музыка сәнғәтен, документалистика һәм заманса технологияларҙы берләштерә. Концерт дауамында хәрби һәм һуғыштан һуңғы һирәк кадрҙар, фотодокументтар күрһәтелә, геройҙар һәм юғалған ауылдар тураһында тарихи мәғлүмәт еткерелә, тыныс халыҡ геноциды темаһы күтәрелә.