Борайҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ижади терапия дәрестәре ойошторолған
Борайҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ижади терапия дәрестәре ойошторолған Борай районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға терапия үткәреү өсөн ижади дәрестәр башланды. «Ниәт» ойошмаһы ҡарамағында үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙар һәм өлкәндәр балсыҡтан көршәктәр, һүрәттәр эшләргә өйрәнә. Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында ойошторолған проект сиктәрендә балаларҙы ижади фекерләргә, бармаҡтар моторикаһын яҡшыртырға, уларға аралашыу майҙансығын булдырыу күҙаллана.