Башҡоростанда ике ауыл бөтөрөлә, ике ауыл ҡушыла
Башҡоростанда ике ауыл бөтөрөлә, ике ауыл ҡушыла Бөгөн республика парламенты ултырышында ошо турала проекттар беренсе уҡыуҙа хупланды. Уларға ярашлы, Әбйәлил районында уҙған быуаттың 30-сы йылдарында урмансылар өсөн булдырылған биләмә һәм Федоровка районында Сашин ауылы бөтөрөлә. Бында бер кем дә йәшәмәй. Социаль һәм транспорт инфраструктураһы юҡ. Шулай уҡ Тәтешле районында Никольск ауылы Үрге Тәтешлегә ҡушыла. Бында 14 кеше йәшәй. Ауылға газ үткәреү өсөн ошондай проект әҙерләнгән.