✅ Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре 19:00 тикле...
✅ Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре 19:00 тиклем ҡабул ителә – Тәүҙә исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡала, районығыҙҙы әйтегеҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ. – Видеоның оҙонлоғо бер минуттан артыҡ булмаһын. – Яҡты бүлмәлә төшөрөгөҙ. Һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен. – Тәҙрә, лампа йәки башҡа көслө яҡтылыҡ сығанаҡтарына ҡаршы төшөрмәгеҙ. – Видеоны яҙҙырғанда йәиһә телефондың алғы камераһына селфи режимында төшөргәндә, телефонды горизонталь тотоғоҙ. Ҡыбырлатмағыҙ. – Видео урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш. Мөмкин булһа, микрофон ҡулланығыҙ. – Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен. – Видеоны бер план менән төшөрөгөҙ, ебәрер алдынан монтажламағыҙ. – Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын. – Видео аҙағында һорауҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ. Тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә 19:00 башлана.