Башҡортостан аграрийҙары һөнәри байрам уңайынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде
Башҡортостан аграрийҙары һөнәри байрам уңайынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде 30 октябрҙә Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Александр Шельдяев бер төркөм аграрийҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Уларҙың тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.