Өфөлә аутизмы булған кешеләргә белем биреү һәм ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде
Өфөлә аутизмы булған кешеләргә белем биреү һәм ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында «Аутизмы булған кешеләргә белем биреү һәм комплекслы ярҙам күрһәтеү» буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ведомство-ара бәйләнештә уҙғарылған сарала мәғариф, социаль реабилитация һәм абилитация буйынса алдынғы тәжрибәләр, балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә инклюзия алымдары өйрәнелде.