Башҡортостан башлығы менән Тура линияға меңдән ашыу һорау ҡабул ителгән
Башҡортостан башлығы менән Тура линияға меңдән ашыу һорау ҡабул ителгән Мөһим сараға әҙерлек сиктәрендә республикала күсмә студия эшләй. Видеоһорауҙар Шишмә районында «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар визит үҙәгендә яҙҙырылды. Ауыл юлдарын ремонтлау, ҡала урамдарын яҡтыртыу, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау мәсьәләләре-күсмә студияға килеүселәрҙең һорауҙары күп төрлө ине. Мөрәжғәттәрҙе ҡабул итеүселәр алдында «Авдон моңдары» халыҡ ансамбле сығыш яһаны, тарихи күргәҙмә ойошторолдо.