85 -се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны
85 -се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны Хәсән Мөҙәрис улы 1942 йылда Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй, армияла хеҙмәт итә, һуңынан үҙен журналистикаға бағышлай. Мәскәүҙә Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай. Хәсән Назарҙың әүҙем ижади эшмәкәрлеге 1970 йылдарҙа башлана. Ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн шулай уҡ «Башҡортостанда күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар менән бүләкләнә. Мәрхүм менән хушлашыу 3 ноябрҙә Өфөнөң Матбуғат йортонда үтә. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.