Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты Марина Монгуш менән осрашты
Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты Марина Монгуш менән осрашты Федераль эксперт Өфөгә «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» форумында ҡатнашыу өсөн килгән. Фекер алышыу барышында яҡтар форумды үҙғарыу, хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм тармаҡ башланғыстарына ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан башлығы Өфөлә иҡтисадтың креатив секторына арналған ҙур сара үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне. Баш ҡалаға Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм 14 дәүләттән делегациялар килгән.