Ишей ауылында йәшәүсе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, ирекмән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре... — 13 июня 2026 г. в 18:07:11.081
Ишей ауылында йәшәүсе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, ирекмән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ишдәүләтова Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙын ғүмер байрамы - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер,балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс- шатлыҡтарын күреп, бәхет- шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә насип булһын! Иртәләрегеҙ ҡояшлы, көндәрегеҙ аяҙ, кистәрегеҙ айлы, уйҙарығыҙ яҡты булһын! 65 йәш – ул аҙ әле! Алда әле күпме шатлыҡ, Күпме бәхет, наҙ әле! Ғүмереңдең был миҙгеле Туҡтап, бер йырлап алыу, Үткәндәргә шөкөр итеп, Киләсәккә юл һалыу! Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын, Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

