Гран-при – Сибай ауыл биләмәһендә!
Гран-при – Сибай ауыл биләмәһендә! Һабантуйҙа тирмәләр конкурсы - байрамдың иң сағыу өлөштәренең береһелер. Конкурс шарттары буйынса жюри ағзалары тирмәләрҙең биҙәлешен, милли традицияларҙы, йолаларҙы һаҡлау, ҡунаҡсыллыҡ, милли аш-һыу һәм башҡа критерийҙар буйынса баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса "Иң яҡшы тирмә" район конкурсында Иҫке Сибай ауылы Гран- при яуланы.