"Оло рәхмәтебеҙҙе бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр өсөн миндек әҙерләүҙә ҡ...
"Оло рәхмәтебеҙҙе бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр өсөн миндек әҙерләүҙә ҡатнашҡандарға еткерәбеҙ! Был — ябай ғына эш түгел, ә беҙҙең берҙәмлек һәм һалдаттарыбыҙға булған оло ярҙамыбыҙ. Һеҙ әҙерләгән һәр миндек яугирҙәребеҙгә өй йылыһы, тыуған яҡ еҫе һәм халҡыбыҙҙың ҡайнар сәләме булып барып етәсәк.Ишбирҙе ауылы халҡы, ҡатын ҡыҙҙары һәм күрше Бөрйәнйылға ауылы һылыуҙарының изге күңеллелеге, берҙәмлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ошондай ауыр еңел булмаған осорҙа бер булып, бер маҡсат менән эшләгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла мең-мең рәхмәт! Берҙәмлектә — беҙҙең көс!" - тип хәбәр итте ишбирҙеләр. Афарин, ишбирҙеләр!Һеҙҙең ярҙамығыҙ яу ҡаһармандарына тыуған яҡ сәләмен еткерһен, көс-дәрт өҫтәһен!