Бөгөн Беренсе Этҡол ауылында шәп сара - "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы үтте. Ошо ауылда...
Бөгөн Беренсе Этҡол ауылында шәп сара - "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы үтте. Ошо ауылда тыуып үҫкән, тамырҙары шул төбәктән булған, һәм бөгөнгө көндә Беренсе Этҡолда йәшәгән ауылдаштарҙы йыйҙы был сара һәм үҙ маҡсатына иреште.Ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин һәм уның берҙәм командаһының тырышлығы, ныҡышмалы хеҙмәте, ауылдаштарының байрамды үткәреү тәҡдимен дәррәү күтәреп алыуы арҡаһында сара юғары кимәлдә үтте, туғандарҙы, ырыуҙаштарҙы бер ҡорға тупланы.Ысын һабантуй майҙанын хәтерләтте ул. Әйтергә кәрәк, байрамдың йөкмәткеһе бик төплө уйланылған булыуы менән һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте.Илгиз Ғәлимнур улы билдәләүенсә, Беренсе Этҡол быйыл "Иң төҙөк ауыл" район конкурсында ҡатнаша һәм бөгөн ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыла: урамдар, йорттар, объекттар төҙөкләндерелә, иҫке һәм кеше йәшәмәгән йорттар һүтелә.Һәм был эштәр эҙмә-эҙлекле дауам итә.Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы. Үҙҙәренең тәбрикләү сығышында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәлит Сөләймәнов, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов ауылдың ысын мәғәнәһендә яңы һулыш алыуын, төҙөкләндереү буйынса ҙур саралар башҡарылыуын, был тәңгәлдә ауыл биләмәһе хакимиәтенең маҡсатлы эш алып барыуын билдәләне. Иң-иңдәргә район Советының һәм хакимиәтенең, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының, Беренсе Этҡол ауыл хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.