"Ишбирҙе ауылында Көҙгө йəрминкə гөрлəп үтте. Ауылдаштар үҙҙəренең үҫтергəн уңыштарын, ...
"Ишбирҙе ауылында Көҙгө йəрминкə гөрлəп үтте. Ауылдаштар үҙҙəренең үҫтергəн уңыштарын, бешергəн ризыҡтарын алып сыҡтылар. "Фəтихə"ансамбле һəм урамдар мул өҫтəлдəр əҙерлəнелəр һатыуға, бер урында Хасановтар үҙҙəренең умартаһының тəмле балдары менəн һатыу итте. Ҡатын-ҡыҙҙар һəм Ҡоролтай ойошмалары тарафынан ойошторолған "Иң матур сəскəле йорт" конкурсына йомғаҡ яһап Лəйлə Рихсат ҡыҙы һəм Сəлим Мөхтəр улы ҡатнашыусыларҙы бүлəклəп китте. Барлығы 24 уңған ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан ине.Һəр береһенең баҡсаһы үҙенсə айырым йəм биреп ултырҙы йəй буйы. Гран-при иң күп һəм матур сəскəлəр үҫтереүсе Иҙелбаева Лəлə Шаһимрҙан ҡыҙы алды. Сара йəнле концерт номерҙары менəн үрелеп барҙы.Камила Хəйризаманова һəм Йəмил Хəсəнов моңло тауыштары менəн арбаһа, Сəлим һəм Наилə Иҫəндəүлəтовтарҙың йыры күңелдəрҙе күтəрҙе. Һəр ваҡыттағыса əүҙем "Фəтихə" ансамбле йырлап менəн "Дарман" ансамбле бейеп ауылдаштарын дəртлəндерҙе, Ишбирҙе мəктəбенең ҡыҙҙарының матур бейеүе һоҡландырҙы. Мəктəп коллективы əҙерлəгəн фотозонаһында ҡатнашыусылар көҙгө байлыҡ фонында фото төшөп, матур байраиды иҫтəлеккə мəңгелəштерҙе. Бер ыңғайҙан Махсус хəрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙамдан əйберҙəр, ҡышҡы салаттар һəм аҡса йыйыу ойошторолдо. Килəсəктə лə ошолай ауыл гөрлəп торһон, именлектə-ҡыуаныста йəшəргə яҙһын, илебеҙгə тиҙерəк тыныслыҡ килһен инде", - тип хәбәр итте ишбирҙеләр.