Перейти к содержимому
Максиметер

Түңәрәк өҫтәл: "Ирҙең даны - иленән, халҡы менән еренән"

Түңәрәк өҫтәл: "Ирҙең даны - иленән, халҡы менән еренән" Билал ауыл китапханаһында Башҡортостан Республикаһы, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап "Ирҙең даны - иленән, халҡы менән еренән" тигән темаға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үттте. Осрашыуға килгән уҡыусыларға Билал һәм Һәмән ауылдарында тыуып үҫкән, урындағы мәктәптәрҙе тамамлаған һәм "Һәүәнәк", һуңынан "Күгиҙел" совхозында хеҙмәт иткән механизаторҙар, шоферҙар, малсылар, төҙөүселәр һәм етәкселәр үҙҙәренең һөнәрҙәре, эшләгән йылдарындағы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ауыл хужалығының илебеҙ өсөн әһәмиәтен билдәләп үтте, совхозда эшләп йөрөгән осорҙарын иҫкә алды. Ысынлап та, был байрамдар — илебеҙҙә иң мөһимдәрҙең береһе, сөнки тыуған илһеҙ һәм ауыл хужалығынан тыш ил тормошон күҙ алдына килтереп булмай. Әхтәм Йәнгилдин, Марс Нурғәлин, Рәдиф Шаһибалов кеүек механизаторҙар, Әбүзәр Ғәбдрәшитов шофер, Азат Шәйхитдинов ырҙын табағы эшсеһе, Рәфҡәт Кинйәбулатов малсы, Ғәфүр Ямалов төҙөүсе һәм Зәйнулла Әминев, Марат Әминев етәкселәр үҙҙәренең һөнәрҙәренең асылы һәм ауыл тормошонда тотҡан роле тураһында һөйләне. Совхоз ваҡытында малсы булып эш башлап, аҙаҡ мал врачы, хәҙерге көндә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе Данис Иҫәнъюлов ауыл эшсәндәрен байрам менән ҡотланы һәр береһе тураһында тик маҡтау һүҙҙәре әйтте. Миңһылыу Әхмәҙина, Фәһимә Һибәтуллина, Сәғилә Ғайсиналар әҙерләгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, матур хәтирәләр яңыртып таралышты ир-егеттәр. Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова ойошторған был сара ауыл халҡының берҙәмлеген һәм тыуған ергә булған тоғролоғон тағы ла нығытты.Афарин, Райхана Эдуард ҡыҙы!

202 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

557 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.