Перейти к содержимому
Максиметер

Ҡурай көнөндә Баймаҡ районының ғына түгел, ә республиканың иң билдәле ҡурайсыларының б...

Ҡурай көнөндә Баймаҡ районының ғына түгел, ә республиканың иң билдәле ҡурайсыларының береһе булған Байым ауылынан Шәкирйән Ғәлин тураһында айырым әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Шәкирйән Фәйзрахман улының барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле.Тормош һынауҙарын бала саҡтан кисергән Шәкирйән Ғәлин бер ҡасан да бөгөлөп төшмәй, уларҙы көслө рухы, ныҡышмалылығы, эшһөйәрлеге менән еңеп сыға. Хеҙмәт юлын "Урал" колхозын үҫтереүгә арнай, малсы булып эшләй, ферма мөдире вазифаһын да уңышлы атҡара, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хөрмәт һәм дан ҡаҙана. Шәкирйән Ғәлин район һабантуйҙарында бил бирмәҫ көрәшсе, бер нисә тапҡыр үҙ ауырлыҡ үлсәмендә майҙан батыры булып танылды. Шәкирйән Ғәлинды район һәм республика халҡы атаҡлы ҡурайсы булараҡ та яҡшы белде.Ул төбәк һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа ҙур еңеүҙәр яуланы, халыҡ көйҙәрен оҫта һәм аһәңле итеп башҡарыуы менән айырылып торҙо.Уның тураһында Башҡортостан телевидениеһы бер нисә тапҡыр махсус тапшырыу әҙерләп күрһәтте. Ш.Ф.Ғәлиндың исеме район йылъяҙмаһында айырым урын алып тора.Ҡурайсы булараҡ, исеме ҡурай сәнғәте тарихының алтын биттәрен тәшкил итә.

193 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

557 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.