Перейти к содержимому
Максиметер

🌹Ҡотлайбыҙ!

🌹Ҡотлайбыҙ! Бөгөн Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаттары бүләкләнде. Быйыл конкурсҡа 29 авторҙың һәм өс ижади коллективтың эше тәҡдим ителгән. Еңеүселәр араһында хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, "Башҡортостан" гәзите журналисы Гүзәлиә Балтабаева ла бар. Ул юғары наградаға туған телде, тарихты, мәҙәниәтте һәм рухиәтте һаҡлау, үҫтереү тураһында яҙған мәҡәләләре өсөн лайыҡ. Лауреаттар араһында шулай уҡ - Фаил Фәтхетдинов, "Кызыл таң" гәзитенең баш мөхәррире. Ул "Кызыл таң" гәзитендә һәм "Ватандаш" журналында баҫылған, заман мәсьәләләренә һәм башҡорт матбуғаты тарихына арналған мәҡәләләре өсөн наградланды. Өсөнсө лауреат - Руслан Шәрәфетдинов, ул "Беҙҙең арала" ("Между нами") автор тапшырыуын булдырыусы һәм алып барыусы. Тапшырыу 2024 йылдың сентябренән БЮТ телеканалында "Аҙна һөҙөмтәләре" ("Итоги недели") программаһында һәр аҙна күрһәтелә. Лауреаттарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

113 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.