«Сәләмәт ауыл» — балалар менән бергә өмә!
«Сәләмәт ауыл» — балалар менән бергә өмә! 2-се Төркмән ауылында «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә балалар майҙансығында өмә үтте. Был өмәлә ололар ҙа, балалар ҙа бергә ҡатнашты. Беҙ майҙансыҡты сүп-сарҙан таҙарттыҡ, ҡомдо көйләнек, эскәмйәләрҙе һәм уйын ҡорамалдарын йыйыштырҙыҡ. Балалар өсөн был — файҙалы эш һәм матур тәрбиә. Улар үҙ ҡулдары менән тирә-яҡты таҙартып, тыуған ауылын яратырға, хеҙмәт итәргә өйрәнә. Ә бергә эшләгәндә эш тә күңелле, һөҙөмтәһе лә күренерлек була. Ауылдаштарыбыҙға, балаларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт! Бергә булғанда беҙ көслөбөҙ, ауылыбыҙ таҙа һәм матур! #СәләмәтАуыл2027 #2сеТөркмән #Моҡасауылбиләмәһе #БаймаҡРайоны
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости