Перейти к содержимому
Максиметер

ЕЛ-ДАУЫЛ, БУРАН, КӨСЛӨ ЯМҒЫР ВАҠЫТЫНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА 🤲

ЕЛ-ДАУЫЛ, БУРАН, КӨСЛӨ ЯМҒЫР ВАҠЫТЫНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА 🤲 Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Ел Аллаһтың әмере менән килә. Ул рәхмәт тә, ғазап та алып килергә мөмкин. Елде әрләмәгеҙ, уның хәйерлеһен һорап, яманлығынан Аллаһҡа һыйынып доға ҡылығыҙ». (Әбү Дауыт) Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәр ваҡыт бәлә-ҡазаларҙан Аллаһҡа доға ҡылып һаҡланған. Доға — мосолмандың иң көслө ҡоралы. 🤲 Уҡыла торған доға: «Аллаһүммә иннии әсъәлүкә хайраһә, үә хайра мәә фииһәә, үә хайра мәә үрсиләт биһ. Үә әғүүҙү бикә мин шәрриһә, үә шәрри мәә фииһәә, үә шәрри мәә үрсиләт биһ». Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Һинән был елдең изгелеген, уның эсендәге һәм уның менән килгән бөтә хәйерле нәмәләрҙе һорайым. Уның яманлығынан, эсендәге һәм уның менән килгән бөтә насарлыҡтарҙан Һиңә һыйынам». (Мөслим) Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һаҡланыу өсөн «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен дә уҡырға өйрәткән. «Был ике сүрәнән дә яҡшыраҡ һаҡланыу сараһын таба алмаҫһың». (Хәҙис йыйынтыҡтарында риүәйәт ителгән) 🤲 Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙҙе көслө ел-дауылдарҙан, бурандарҙан, һыу баҫыуҙарҙан, төрлө хәүеф-хәтәрҙән һәм бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын! Йорттарыбыҙға тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек, күңелдәребеҙгә сабырлыҡ бирһен! Әмин, йә Раббыл-ғаләмин! 🤲

89 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.