Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы үҫеп килгән йәш быуында тыуған илгә һ... — 19 февраля 2026 г. в 14:03:56.804
Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы үҫеп килгән йәш быуында тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ тәрбиәләү маҡсатында документаль-нәфис фильм төшөргән. 16 февралдә “Ҡадир Даян” тип исемләнгән фильмды ҡарау гимназиябыҙҙың 5-7-се класс уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Ҡадир Даян Рәми Ғариповтың беренсе шиғырҙарын тикшереп, йәш шағирҙы яҙыусылар союзына тәҡдим иткән Шулай уҡ уның фатихаһы менән Р.Ғарипов, М.Горький исемендәге Әҙәбиәт интституты студентының, шиғырҙары баҫмаға юл ала. Халыҡ шағиры исемен йөрөтөүсе белем усағында фильмдың Өфө ҡалаһында беренселәрҙән булып күрһәтелеүе лә мәртәбәле күренеш. Фильмдың сценарий авторы һәм режиссерҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова әйтеүе буйынса, Ҡадир Даян – шағир-фронтовик та, драматург та, педагог та. Уҡыусылар фильмды ҡарағандан һуң, “Шайморатов генерал” йырынының һүҙҙәрен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир Ҡ.Даян яҙғанын белде. Шулай уҡ башланғыс кластарҙа йыр дәресендә өйрәнгән “Тышта ҡар яуа” йырының да һүҙҙәрен ул яҙған икән. Фильм уҡыусыларҙы Ҡадир Даяндың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән таныштырып ҡына ҡалманы, уларҙы илһамландарҙы. Сараның аҙағында Гөлсәсәк Саламатова гимназистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

