Башҡортостан республикаһында милли көрәште популярлаштырыу, йәштәр араһында спорт һәм с... — 5 марта 2026 г. в 09:22:11.096
Башҡортостан республикаһында милли көрәште популярлаштырыу, йәштәр араһында спорт һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында 26 - 28 февралдә Борай районында милли көрәш буйынса Башҡортостан республикаһы беренселегенә чемпионат үтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса гимназиябыҙҙың 9 г класы уҡыусыһы Шәрипов Йәлил үҙенең ауырлыҡ категорияһында ll урын яуланы. Йәлилде ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Был ҡаҙаныш уның еңеүгә ынтылышын һәм ныҡышмалылығын күрһәтә. Йәш көрәшсебеҙҙең еңеүе менән ғорурланабыҙ, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

