Гимназияла яны уҡыу аҙнаһы традицион рәүештә Рәсәй Федерацияһынын һәм Башҡортостан Респ... — 2 марта 2026 г. в 14:05:03.071
Гимназияла яны уҡыу аҙнаһы традицион рәүештә Рәсәй Федерацияһынын һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын, Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт республика гимназия интернаты флагын күтәреү, гимндар башҡарыуҙан башланды. Февраль - батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ айы. 15 февралдә илдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу билдәләнһә, 23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнө, ә 24 февраль - илдә махсус хәрби операция иғлан ителгән көн. Ошо уңайҙан гимназия ла бик күп саралар үтте, был аҙна линейкаһында йомғаҡ яһалды, уҡыусыларға грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Гимназиянын етәксеһе, директор Ильнур Рифат улы Сәлихов яны уҡыу аҙнаһында тырышып уҡырға, сиректе яҡшы баһаларға тамамларға саҡырҙы. Бөгөнгө линейкала Өфө ҡалаһының 108 -се мәктәп директоры, гимназиябыҙҙың 1989 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Әбүләйев Рафиҡ Ришат улы ҡатнашты. Ул хәрби операция осоронда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған класташы, дуҫы Мәхийәнов Марат Рәфҡәт улы иҫтәлегенә шахмат-шашка уйындары ойошторҙо, линейкала уҡыусыларға грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы. Алдағы аҙнала уҡытыусыларға гимназистарға уңышлы көндәр теләйбеҙ!

