Уңышҡа әҙерләнәбеҙ! — 6 марта 2026 г. в 14:43:10.844
Уңышҡа әҙерләнәбеҙ! Бөгөн беҙҙең 9-сы класс уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек маҡсатында мөһим аҙым яһаны - башҡорт теленән төп дәүләт имтиханын (ОГЭ) һынау рәүешендә яҙҙы. Балалар мөмкин тиклем реаль шарттарҙа бөтә имтихан биремдәрен үтәне: ✅ Беренсе өлөштә грамматика, лексика һәм тел ҡағиҙәләрен белеү буйынса тест эшләнеләр, ✅ Икенсе өлөштә текст өҫтөндә эште башҡарҙылар, ✅ Өсөнсө өлөштә тәҡдим ителгән темаға инша яҙып, үҙҙәренең фекерләүен һәм телмәр оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Бындай "репетиция" - баһалап бөткөһөҙ тәжрибә! Ул • имтихан алдынан артыҡ тулҡынланыуҙан арынырға, • әҙерлек кимәлен баһаларға, • КИМ (контроль үлсәү материалдары) структураһын аңларға һәм ваҡытты дөрөҫ бүлергә, • ниндәй темаларға айырыуса иғтибар итергә кәрәклекте күрһәтә. Барлыҡ уҡыусыларға етди эш, ә педагогтарға ойоштороу өсөн рәхмәт! Был тәжрибә уҡыу йылы аҙағында дөйөм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булыр тип ышанабыҙ. #беренсе #брги1 #БРГИ1имениРамиГарипова

