Илдә Бөтә донъя космонавтика көнөнә арналған Йыһан аҙналығы бара. Гимназистар был сара... — 11 апреля 2026 г. в 19:02:15.759
Илдә Бөтә донъя космонавтика көнөнә арналған Йыһан аҙналығы бара. Гимназистар был саранан ситтә ҡалманылар, 6-7 класс уҡыусылары " Йыһан.Космос. Гагарин." тип исемләнгән һүрәттәр күргәҙмәһе булдырһа. 8 Г класына Космос тураһындағы фәнни-популяр фильмды Евразия НОЦ-тың студенттар кампусында ҡарау мөмкинлеге булды . 65 йыл элек совет космонавты Юрий Гагарин "Восток-1" карабында донъяла беренсе тапҡыр Ер шарын урап сыға. Осош 108 минут дауам итә. “Ер шарын урап сыҡҡас, планетабыҙҙың ни тиклем матур, күркәм булыуын күрҙем. Эй, кешеләр! Ошо матурлыҡты һаҡлағыҙ һәм яҡлағыҙ!” тигән ул.

