Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре тигән девиз аҫтында 10 апрелдə гимназиябыҙҙа "Һылыуҡай - 202... — 12 апреля 2026 г. в 11:10:46.954
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре тигән девиз аҫтында 10 апрелдə гимназиябыҙҙа "Һылыуҡай - 2026" конкурсының финалы үтте. Тамашасылар матурлыҡ бәйгеһенең шаһиты булды: гимназиябыҙҙың иң һылыу, иң сая, иң шəп ҡыҙҙары ҡатнашты унда. Был сара уҡыусыларҙың ашҡынып көтөп алған байрамдарының береһе . Быйыл да уға ҡыҙыу əҙерлек барҙы. Ҡыҙҙар ҙа, ойоштороусылар ҙа бәйгенең үҙенсәлекле атмосфераһын булдырыу өсөн күп көс һалдылар. Конкурс үҙе бер тында үткән кеүек булды. Бәйгенең шарттары буйынса конкурсанттар башҡорт телендә таҙа һөйләшергә , башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белергә тейеш, шулай уҡ сәхнәлә үҙеңде иркен тотоу һәм ,əлбиттə, тышҡы матурлыҡ та мөһим. Бәйгенең этаптары зауыҡлы кейемдәр дефилеһынан алып, ижади сығыштарға тиклем тышҡы матурлыҡты ғына түгел, күңел матурлығын да күрһәтте. Конкусанттарҙың барыһы ла үҙенсәлекле һəлəттəре менән тамашасыларҙың иғтибарын яулай алды. Мəртəбəле жюри ағзаларына еңеүсене һайлау еңел булманы. Шулай итеп, «Иң һомғол һылыу»номинацияһында Баязитова Розалия еңеүсе тип табылды, «Иң сая һылыу»номинацияһында - Баһаува Таңсулпан, «Сəсəн телле һылыу» номинацияһында - Буранова Розалия, «Иң һөйкөмлө һылыу» номинацияһында - Шəрəфетдинова Дана еңеп сыҡһа, Кайбышева Алһыу «Иң ижади һылыу» тип танылды. Ill урында Сынбулатова Фатима, Il урында Арғынбаева Əзизə булды , I урын Ҡужина Нургизə һылыуға бирелде. Гран - при «Һылыуҡай - 2026» титулына быйыл Буранова Розалия лайыҡ булды. Афарин, һылыуҡайҙар! Тəрбиəселəр Рəзилə Рамазан ҡыҙы Өмөтбаева һәм Рәйлә Риф ҡыҙы Замановаға юғары кимәлдә ойошторолған сара өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Һылыуҡайҙарыбыҙҙы сағыу сығыштары менән ҡотлайбыҙ, уҡыуҙарында ҙур уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.

