ИМЕНЛЕКТӘ ИЛЕМ ЙӘМДӘРЕ — 2 марта 2026 г. в 08:57:39.714
ИМЕНЛЕКТӘ ИЛЕМ ЙӘМДӘРЕ Донъяларҙың балкыр мәле еткән... Ап-аҡ ҡарҙа — йылы йылмайыу. Эй, яҡтырһын донъя! Тик аҡ ҡарҙа Ҡара таптар ғына булмаһын! Көйрәмәһен йорттар, көл ҡараһы Буямаһын сагыу ҡарҙарҙы. Ап-аҡ ҡары менән ихлас көлөп Ҡаршы алһын ерем яҙҙарҙы. Донъяларҙың балҡыр мәле килгән... Көмөш ҡыңғырауҙар тауышы. Туй сәғәтен туҡтатмаһын ғына Әсе айырылышыу һағышы. Донъяларҙың балҡыр мәле егкән... Ал ҡояштың алсаҡ мәлдәре. Йылмайһынсы күгем, Тыуған ерем! — Именлектә илем йәмдәре. Гөлшат Әхмәтҡужина

