Гимназия тормошо ҡайнап тора. Уҡыу менән бер рәттән төрлө саралар,осрашыуҙар үткәрелә, ... — 5 марта 2026 г. в 09:11:01.049
Гимназия тормошо ҡайнап тора. Уҡыу менән бер рәттән төрлө саралар,осрашыуҙар үткәрелә, спорт ярыштары ойошторола. 3 март гимназияның тамаша залында уҡыусылар өсөн «Фәрзәнә көнбайышҡа бара»хәрби-патриотик фильмы күрһәтелде. Фильм 1944 йылда, 2000 саҡрым юл үтеп, Учалы районынан дүрт йөҙ илле баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығы хаҡында бара. Фильмдың режиссеры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов һәм продюсер Леонид Филин менән кино ҡарағандан һуң әңгәмә үтте. Улар уҡыусыларға киноның нисек төшөрөлөүе ,яһалма зиһенде нисек отошло ҡулланыу, үҫмер актерҙарҙың роле тураһында һөйләнеләр һәм уҡыусыларҙың да фекерҙәрен тыңланылар. Әйткәндәй, Учалы ҡыҙы, билдәле журналист Баныу Ҡаһарманованың сценарийы буйынса төшөрөлгән фильм төбәк башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Йәш тамашасылар был тарихи ваҡиғаның бөгөнгө көндә бик актуаль булыуын , фильмдың уңышлы килеп сығыуын билдәләп, рәхмәт әйтеп таралыштылар.

