16-17 февралдә гимназиябыҙҙа «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте. — 18 февраля 2026 г. в 09:06:13.087
16-17 февралдә гимназиябыҙҙа «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте. «Зарница» - уҡыусыларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара. Уйын сиктәрендә уҡыусылар командаларға бүленде һәм хәрби әҙерлек элементтарын үҙ эсенә алған төрлө спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Уҡыусылар, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп, йүгереүҙә ҡатнашты. Киләһе этапта улар противогаз кейеп, носилка ярҙамында яраланыусыларҙы күсерергә тейештәр ине. Артабан уҡыусылар, яңы урынға барып, компас менән миналар эҙләнеләр. Киләһе һынау «Тау батшаһы» тип аталды, унда һәр ҡатнашыусы үҙенең көсөн һәм етеҙлеген күрһәтте. Шулай уҡ ҡатнашыусылар тағы бер һынауҙа ҡатнашты: мина ролен үтәгән шешәләрҙе йыйырға һәм уларҙы ерҙә билдәләнгән урынға ташларға кәрәк ине. Иң һуңғы бәйге булып арҡан буйлап үтеү торҙо, был уҡыусыларға үҙҙәренең сыҙамлығын һәм ҡыйынлыҡтарға әҙер булыуын күрһәтергә ярҙам итте. Еңеүселәр: -6Б(класс етәксеһе- Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы, тәрбиәсеһе- Алһыу Азат ҡыҙы); -7А (класс етәксеһе- Әлиә Даян ҡыҙы, тәрбиәсеһе- Зәлиә Сәғит ҡыҙы); -8В (класс етәксеһе- Ләйсән Ринат ҡыҙы, тәрбиәсеһе- Гөлкәй Шәһәҙәт ҡыҙы); -9Б (класс етәксеһе- Таңһылыу Рим ҡыҙы, тәрбиәсеһе- Минзирә Радик ҡыҙы); -10Е (класс етәксеһе- Гүзәл Иштимер ҡыҙы, тәрбиәсеһе- Рәйлә Риф ҡыҙы). Был уйын гимназистарҙың иң матур сифаттарын асыҡларға булышлыҡ итте. Улар командала эшләргә өйрәндә, ҡатмарлы ситуацияларҙа бер-береһенә ярҙам итергә һәм ҡаршылыҡтар алдында бирешмәҫкә кәрәклеген аңланы. Тимрас Ҡәнзәфәр улы һәр этапты уйлап һәм дөрөҫ итеп ойошторҙо. Шулай уҡ 11-се класс уҡыусылары уйынды юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.

