Һөйләй күрмә серҙәреңде
Һөйләй күрмә серҙәреңде Ҡайғы күрмәгәндәргә Йөрәктәрен битарафлыҡ Ауы йүрмәгәндәргә. Аңламаҫ улар хәлеңде Бары һүҙ йөрөтөрҙәр. Былай ҙа ауыр яраңды Тағы тәрәнәйтерҙәр,. ,, Дуҫым " тиеп серең сисмә Дуҫтың да дуҫы була. Ана шулай серең менән Тиҙҙән бар донъя тула. Һөйлә ҡайғыңды елдәргә Ағым һыуҙарға һөйлә. Күңелең бушанып ҡалыр Улар сер һаҡлай белә... Сәфинә Әхмәтова.
1 353 просмотров