Һаумыһығыҙ!
Һаумыһығыҙ! Миндә үҙемдең яҙмышым тураһында яҙып, һеҙҙән кәңәштәр көтөп ҡалам... Ильяс менән таныш булғанға 27 йыл самаһы, тик ул мине дуҫым тип хөрмәт итә, ә мин киреһенсә уңы күргән көндән алып ғашиҡмын, яратам.! ...Шулай ғүмер үтә торҙо Ильясты туғаным менән таныштырҙым, улар ғаилә ҡороп йәшәп киттеләр. Байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе дуҫ-иштәр менән бергәләп үткәрҙек... Икенсе урынға эшкә күскәс Ильяска оҡшаған бер ир-ат менән таныштым әллә ни оҙаҡ йөрөмәнек гражданский брак менән йәшәп киттек. Оҙаҡ йәшәп булманы ауырлы килеш айырылдым. Бер- бер артлы улдарыбыҙ тыуҙы, аралары бер ай. Тормош шулай дауам итте. Балалар уҡырға төштө, ауылда бала укытмайбыз тип туғаным менән Ильяс ҡала ситенән өй алып күсенеп киттеләр, ауылдағы өйҙәренә байрам, каникул ваҡытында ғына ҡайтып йөрөнөләр... Берҙән бер көн Лилиә мине яңы өйҙәрен күрергә тип саҡырҙы, минең хәл төрлөсә булып китә нисек тә булһа килергә тырыш тине. Танышым менән һөйләшеп больничный алдым. Беҙҙе Ильяс ҡаршы алды һәм Лилиәнең ( ауырығанын белә инем) 4 стадия яман сир икәнен әйтте. Мине күргәс туғаным шул тиклем ҡыуанды, әлдә килдегеҙ әле күңелгә рәхәт булып китте килеп ҡосаҡлап алды. Үпкәләмә ауырығас өҫтәл әҙерләй алмайым тине, юк нимәгә үпкәләргә тип, күстәнәстәр ҡуйып өҫтәл әҙерләп бергәләп аш табынына ултырҙыҡ...Өс төн буйы икебеҙ һөйләшеп сыҡтыҡ, улымды йәлләйем мин булмаһам нисек кенә уҡыр икән, әтеһе хатын алһа ҡағыр мы икән улымды тип йөрөге әрнене... Яңы йылға өс көн ҡалғас минең туғаным мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо... Ильястын бер туғандары күп булһала Лилиәнең әйберҙәрен яндырырға мине килеп алды. Малайҙар каникул буйы бер береһенән айырылманы, Ильяс үҙе лә минән ҡайтманы... ...Лилиәнең беҙҙең аранан китеүенә өс йыл, ә Ильяс улы менән икеһе йәшәй. Йәйге каникул ауылда күберәге миндә үтә. Малайҙар балыҡ тота, көтөү көттөләр . Берҙән бер көн Ильяс әйбәт үк дуҫтары менән ҡунаҡ булып төндә ҡапҡа ҡағып килеп керҙе ( эше буйынса ҡайтҡан булған)шулай һағындым мин һине ҡосаҡлап үбә башланы, шул иркәләү назлаузы мин нисә йылдар буйы көтөп йәшәнем... Быйыл күмәкләп минең туғандарым менән барып ял итеп ҡайттыҡ. Минең яратҡан кешем янымда булған өсөнмө мин үҙемде ҡанатлы итеп тоям. Ләкин Ильяс һаманда мине дуҫым тип ҡабул итә, ә мин үҙемдең яратҡанымды белдерә алмайынса һаман өҙгөләнәм... Яратыуымды әйтергәме, әллә артабанда шулай бергәләп дуҫ-иштәр булып кына йәшәргәме?