Бер кеше Сократтан һораған:
Бер кеше Сократтан һораған: — Беләһеңме, дуҫың һинең хаҡта нимә тине? — Көтөп тор, - тип туҡтата уны Сократ, - әйтергә теләгән һүҙеңде башта өс иләк аша уҙғар. — Өс иләк? — Нимәлер әйтер алдынан, уны өс иләк аша елгәрергә кәрәк. Башта дөрөҫлөк иләге аша. Әйтәһе һүҙеңдең хаҡ икәненә ышанаһыңмы? — Юҡ, мин бары ишеттем генә. — Тимәк, һин уның дөрөҫ һүҙме, юҡмы икәнлеген белмәйһең. Улайһа, икенсе иләк - йомартлыҡ иләге аша уҙғарайыҡ. Һин минең дуҫым хаҡында ниндәйҙер яҡшы һүҙ әйтергә теләйһеңме? — Юҡ, киреһенсә. — Тимәк, - тип дауам итә Сократ, һин уның тураһында насар һүҙ әйтергә йыйынаһың. Әммә, ул һүҙҙең дөрөҫлөгөнә ышанысың юҡ. Өсөнсө иләкте — файҙа иләген ҡулланып ҡарайыҡ. Һин һөйләргә йыйынған һүҙҙе миңә мотлаҡ ишетергә кәрәкме? — Ул һүҙҙәр әһәмиәтле түгел. — Шулай итеп, һин миңә әйтергә теләгән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә, яҡшылыҡ та, файҙа ла юҡ. Улай булғас, ниңә уны һөйләргә? Тәржемә: "Хαзиዙα" төթкөᙢө